Әрме уйынсылары даими чемпионат һөҙөмтәһе буйынса иң күп мәрәй йыйығайны. Икенсе урынды 93-әр мәрәй яулап, СКА менән «Аҡ барс» клубтары бүлеште. 84 мәрәй туплаған «Динамо» (Мәскәү) хоккейсылары призлы өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде.
Шулай итеп, еңеүселәрҙе яһалма билдәләп, чемпионатҡа нөктә ҡуйырға булдылар. Бәлки дөрөҫтөр, әммә башҡаларға ғәҙел ҡарағанда, быйылға призерҙарҙы билдәләмәһәләр ҙә булыр ине. Сөнки ысынында, быйылғы еңеүсе асыҡланманы.