Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июля 2020, 06:45

Гөлнур Ҡолһарина: Тауыш биреү барышын күҙәтеүселәр урындарҙа ойошҡанлыҡ булыуын белдерҙе

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш бирҙек. Кеше һуңғы көндә һайлау участкаларына бигерәк тә күп килде. Әүҙемлектән күренеүенсә, беҙҙең халыҡ һайлауҙарға бер ҡасан да битараф булманы.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” рәйесе, ”Халыҡ контроле” федераль проектының республика кураторы Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, ул етәкләгән ойошмалар ағзалары төрлө район һәм ҡалаларҙа һайлау комиссияларында, шулай уҡ күҙәтеүсе булып эшләгән.

- Улар урындарҙа халыҡтың әүҙемлеген һәм берҙәмлеген билдәләне. Кешеләрҙең һайлауға күпләп килеүе киләсәк өсөн тауыш биреүҙәрен аңлауын күрһәтә. Был тауыш биреү башҡа һайлауҙарҙан айырылып торҙо. Халыҡ уны мөһимлеге яғынан да бер нисә йылға бер була торған сара тип аңлап ҡабул итте, - тине парламентарий.

Фото: vk.com

Читайте нас