Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июля 2020, 08:20

Тәүге һөҙөмтәләр яҡшы

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдереүенсә, бөгөн иртәнге сәғәт 9-ға ҡарата тауыш биреүҙә ике миллион 763 мең кеше ҡатнашҡан. Был – 90,83 процент (ҡалалар буйынса – 88,28, ауылдарҙа 93,73 процент).

Яңы Конституция өсөн тауыш биреүселәрҙең 88,68 проценты, “эйе”, тигән. Ҡаршылар – 10,6 процент.

Әйткәндәй, “ҡыҙыу линия”ға 1049 шылтыратыу ҡабул ителгән. Күбеһенсә тауыш биреү тәртибе һәм һайлау участкаһы хаҡында мәғлүмәт биреүҙе һорағандар.

Шулай итеп, һөҙөмтәләрҙән аңлашылалыр: Конституцияға төҙәтмәләрҙе күпселек хупланы.

Фото: vk.com

Читайте нас