Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июля 2020, 05:35

Милли проект: Балалар һау-сәләмәт булһын өсөн...

"Демография" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, республикала "Һөт кухнялары" программаһы әүҙемләште. Файҙалы һөт ризыҡтарын балалар баҡсаларына ла ебәрәләр.

Мәҫәлән, Сибай ҡалаһының 10 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының менюһына 3,2 процент ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөт индерелгән. Артабан баҡсалар һаны тағы күбәйәсәк.
Беҙҙә "Һөт кухняһы" өсөн алты урында етештереү предприятиелары бар. Уларҙа тәүлегенә биш тоннаға яҡын һөт әҙерләнә. Барлығы 97 таратыу пункты эшләй. Бушлай ризыҡ менән 22 меңдән ашыу бала тәьмин ителә.
Әлегә продукция һигеҙ төр ризыҡтан ғибәрәт. Һөт, кефир, эремсек, йогурттың төрлөсә варианттары.
Фото: Өфө хакимиәте сайтынан.
Читайте нас