

Ул көн дә иртәнге сәғәт 6-ла тороп зарадка яһай, йәгерә. Аҙнаһына өс тапҡыр хоккей уйнай, гол да индерә.
Сертич 1922 йылда тыуған. Конькиҙа йөрөүгә тик 12 йәшендә өйрәнә. Икенсе Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, шөғөлөн дауам итмәксе булып, тыуған яғында хоккей коробкаһын эшләй. Үҫмерҙәрҙе йәлеп итеп, уларҙы хоккей уйнарға өйрәтә. Үҙе шул хәтлем мауығып китә, хатта төрлө йәрәхәт алыуына ҡарамаҫтан, һаман уйнауын дауам итә.
Бөйөк уйынсылар Горди Хоу 52 йәшенә тиклем профессиональ хоккейҙа сығыш яһаһа, Яромир Ягр 48 йәшен тултырыуына ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөнән китергә уйламай әле. Тик беҙҙең геройыбыҙ, профессиональ хоккейсы түгел, ә үҙенең һаман да һаулығына зарланмай уйнауы, күптәрҙе аптырата.
Фото:ТАСС