Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июля 2020, 12:50

Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев та үҙ тауышын бирҙе

Бөгөн – төҙәтмәләр индерелгән Конституцияға тауыш биреүҙең һуңғы көнө. Республика буйынса Үҙәк тауыш биреү комиссияһының күрһәткестәре буйынса, көндөҙгө сәғәт 12-гә халыҡтың 80 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев та бар.

Билдәле шәхес фекеренсә, Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр йәшәйештә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Йырсы республика халҡын гражданлыҡ бурысын үтәргә өндәне.
-Төҙәтмәләр Ил Президенты тарафынан раҫланған, ә беҙ уға ышанабыҙ, – тип белдергән ул.
Фото: Башинформ
Читайте нас