Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июля 2020, 07:40

Бөгөн - Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең төп һәм һуңғы көнө

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдереүенсә, тауыш биреү процедураһы үҙен тулыһынса аҡланы. Халыҡ тәүге көндәрҙән үк әүҙемлеген күрһәтте. 29 июнгә һайлауға хоҡуғы булған граждандарҙың 45,7 проценты (49 649 010 кеше) үҙ тауышын биргәйне инде.

Был сәйәси мөһим сара өсөн ете көн биреү үҙен аҡлаған, күп кешене бер урынға йыйыуҙан аралаған.

- Халыҡ бөтә санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте үтәп, тыныс ҡына тауышын бирә. Һәр ерҙә лә күҙәтеүселәр эшләргә тейешлеген дә иҫегеҙгә төшөрәм, - тигәйне Элла Памфилова кисәге кәңәшмә барышында.

Әйткәндәй, Конституция буйынса сит илдәрҙә лә тауыш бирәләр. Беҙҙең ватандаштар өсөн 144 илдә 254 участка асылған.

Памфилова белдереүенсә, тауыш биреүҙең тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителгәнгә тиклем үк һайлау хоҡуғын боҙоусылар тураһында мәғлүмәт билдәле буласаҡ: бер осраҡ та йәшерен ҡалмаясаҡ.

Фото: vk.com

Читайте нас