Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июня 2020, 11:00

Өлкән балалар йөрөгән балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә

Башҡортостанда ағай-апайҙары йөрөгән мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына кесе туғандарына ҡабул итергә рөхсәт бирелде.

Дәүләт Йыйылышы депутаттары Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерҙе. Элек балаларҙы мәктәптәргә һәм баҡсаларға теркәлгән урыны буйынса ҡабул итәләр ине, әгәр беренсе бала бер баҡсаға барһа һәм аҙаҡтан ғаилә күсенһә, икенсе баланы ошо уҡ баҡсаға ҡабул итмәүҙәре лә мөмкин ине. Мәктәптәр менән дә шундай уҡ хәл. Шул сәбәпле бер туғандар бер-береһән айырым уҡый, ә ата-әсәгә иртән балаларын төрлө ергә алып барырға тура килә ине.
Хәҙер, Радий Хәбиров законға ҡул ҡуйғас, бәләкәй балаларҙы бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ өлкәндәре йөрөгән баҡсаға йәки мәктәпкә урынлаштырырға мөмкин була.
Сығанаҡ: Башинформ
Фото: Т. Аманов
Читайте нас