Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июня 2020, 05:55

Ҡырағай хайуан шәхси хужалыҡтарға зыян итә

Шишмә районында ниндәйҙер йәнлек ҡош-ҡорттарға һөжүм итә, тип белдерә урындағы халыҡ.

Район ветстанцияһы начальнигы Илшат Гәрәев белдереүенсә, ҡош-ҡортто ҡарһаҡ – дала төлкөһө талай. Шишмә районында һунар миҙгелендә генә 100-гә яҡын төлкө атып алына, тик бының менән шәхси хужалыҡтарға зыян итеү кәмемәй.
Әле ҡарһаҡ әүҙемләшкән биләмәгә һунарсылар юлланған, улар йәнлектең ояһын эҙләйәсәк.
Төлкө йә башҡа ҡырағай хайуандарҙың ауылға инеү осраҡтары булһа, урындағы ветеринария хеҙмәтенә, ветеринар инспекторҙарға хәбәр итергә кәңәш итә белгестәр.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас