Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июня 2020, 05:20

Владимир Путиндың саҡырыуын кемдәр ҡабул итте?

Кисә Ҡыҙыл Майҙанда шаулап-гөрләп Еңеү парады үтте. Бындай сараларҙы ойоштороу йәһәтенән маҡтана алабыҙ: улар сағыу ҙа, масштаблы ла, һоҡланырлыҡ та була. Был юлы парадҡа 14 мең хәрби, 200 берәмек хәрби техника, 75 самолет һәм вертолет йәлеп ителде. Сит ил хәрбиҙәре лә сафтарға теҙелеп үтте. Рәсәй Президенты Кремлдә ҡунаҡтарҙы - дәүләт башлыҡтарын ҡабул итте.

Тантаналы байрамда ҡатнашырға түбәндәге күршеләребеҙ, партнерҙарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ килгәйне:

Абхазия Президенты Аслан Бжания, Белоруссия Президенты Александр Лукашенко, Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев, Ҡырғыҙстан Президенты Сооронбай Жээнбеков, Молдавия Президенты Игорь Додон, Сербия Президенты Александр Вучич, Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон, Үзбәкстан Президенты Шәфҡәт Мирзиеев, Көньяҡ Осетия Президенты Анатолий Бибилов, сербтарҙан Босния һәм Герцеговина Президиумы ағзаһы Милорад Додик.

Парад алдынан Владимир Путин уларҙы Кремлдең Герб залында сәләмләне.

Әйткәндәй, парадҡа беҙҙең хәрбиҙәр менән бергә Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Молдавия, Монголия, Сербия, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан һалдаттары һәм офицерҙары ла сыҡты.

Фото: Кремлин.ру

Читайте нас