

Был документ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы башҡарылды.
ВТБ банкы ипотека буйынса субсидияларға ғаризалар ҡабул итә башланы. Йәғни, килешеүгә ярашлы, ипотека кредиты проценттарын түләүгә субсидия түләнәсәк. Шарты: банктан торлаҡ кредиты 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2020 йылдың 1 апреленә тиклем алынырға тейеш.
Республика Хөкүмәте тарафынан тәҡдим ителгән субсидия күләме был йылдың 1 апрель – 31 декабрь арауығы өсөн иҫәпләнгән процент ставкаһының өс проценты булыуы күҙаллана. Программала ҡатнашыусыларға был сумма ай һайын түләнәсәк.
Кемдәр ҡатнаша ала? Күп балалы ғаиләләр, инвалидтар йә инвалид бала тәрбиәләүселәр, яңғыҙ әсәләр, бер ҡараусыһын юғалтҡан ғаиләләр (банк клиенттары). Шулай уҡ 15 марттан 1 июнгә тиклем эшһеҙ ҡалыусылар (хеҙмәт тәртибен боҙоусыларҙан башҡа).
Фото: РФ Хөкүмәте сайтынан.