Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июня 2020, 12:30

Ҡайнар һыуға бешкән

Яңыраҡ Илеш районында фажиғә теркәлә.

Бында бер ғаиләлә 3 йәшлек малайҙың өҫтөнә ҡайнар һыулы сәйнүк килеп төшә. Сабыйҙың тәне бешә. Уны “тиҙ ярҙам”менән урындағы дауаханаға алып киткәләр.
Табиптар бер нисә сәғәт буйына баланың ғүмере өсөн көрә. Тик Ҡыҙғанысҡа күрә, уны ҡотҡара алмайҙар.
Әле тәфтишселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: ГТРК "Башҡортостан"
Читайте нас