Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июня 2020, 03:35

«Юлдаш» тәҡдим итә – «Атайсал»

Үҙемде телдең бар нес­кәлеген белеүселәр рәтенә индерә алмайым, әммә “Атайсал” һүҙенең мәғәнәһен ирен ситенән йылмайыусыларға яуап бирерлек кенә беләмдер. Атай һәм сал. Йәғни сал атай, йәғни ата-бабаларыбыҙ борон-борондан төйәкләнгән тыуған еребеҙ мәғәнәһен бирә ул.

Кесе Ватаныбыҙ – ауылыбыҙ, ҡасабабыҙ, ә бәлки, ҡала­быҙҙыр. Һәр беребеҙҙең ошо атайсалыбыҙҙың йәшәйешен, матур йәшәйешен, күргебеҙ килә. Ә матур йәшәү өсөн нимә кәрәк? Дөрөҫ, ата-олаталар нигеҙен ташлап, ситкә бәхет эҙләп китмәгән егәрле кешеләр булыуы кәрәк. Йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, һәр ауылға хас һөйләшебеҙҙе, тыу­ған төйәгенең иҡтисади ни­геҙен тотоп, һаҡлап торған кешеләр кәрәк. Респуб­ли­кабыҙҙың төрлө тарафына юл төшкәндә осрашам ошондай уңған кешеләр, ил­һөйәрҙәр, ерһөйәрҙәр менән! Мәҫәлән, Шишмә районының Бүләкбаш ауылынан Рауил ағай. Малай сағынан ер эшендә. Комбайнда ла эшләй, башҡаһында ла. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ғүмере буйынса күңелендә йөрөткән хыялын бойомға ашыра – еләк үҫтерә башлай. “Тыуған ер бурысҡа һорамай. Уны яратһаң, йо­мартлығын унлата ҡайтарып бирергә әҙер” , – ти ул. Еләктән дә мул табыш алып йәшәргә мөмкин икәнлегенә ишаралауы. Йәки Нуримандан Ғә­линур ағай. Аяҡ аҫтынан аҡса таба белеүсе. Тыуған туп­ра­ғыбыҙҙа үҫкән дарыу үлән­дәрен йыя. Бындай миҫалдар бихисап. Кемдер – ағас, кемдер – иген, өсөнсөләре мал­сылыҡ менән шөғөлләнә. Ауы­лын картанан юғалыуҙан да һаҡлап тора, күршеләренә эш урындары ла булдыра улар.


Ә ағинәйҙәр! Ауылда быуындар бәйләнеше, ихтирам, иғтибар өлгөһө улар. Һәр ауылда тиерлек ағинәйҙәр клубтары эшләүен беләбеҙ. Улар ҙа беҙҙең тапшырыу­ҙарҙан ситтә ҡалмай. Төрлө ваҡытта Ғафури, Шишмә, Белорет ағинәйҙәре эшмә­кәр­лектәре тураһында тап­­шырыуҙар әҙерләү форсаты сыҡты.

Маҡташыу менән сикләнмәй тапшырыуҙар, көнүҙәк проблемалар, халыҡты борсоған мәсьәләләр – эшһеҙлек, юл­һыҙлыҡ, теге йәки был ауылда һыу, яғыулыҡ, медицина хеҙмәтләндереүе, мәктәп, балалар баҡсаһы булмауы һәм башҡа темалар, уларҙы хәл итеү юлдары ла күтәрелә.

Ҡыҫҡаһы, “Атайсал” – һинең, минең, беҙҙең ауылдарыбыҙ йәшәйеше, уларҙағы халыҡ, башҡаларға үрнәк булырҙай кешеләр тураһында.


Тыңлағыҙ, ҡушылығыҙ! Беҙ бергә!


Фото: Т.Аманов


Читайте нас