«Рәсәйҙең Төп ҡанунына тәҡдим ителгән үҙгәрештәр милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе, тел сәйәсәтен, мәҙәниәт статусын конкрет хоҡуҡи нигеҙгә ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Шуныһы мөһим: республикаларҙың, шул иҫәптән Башҡортостандың да, үҙ дәүләт телдәрен иғлан итеү хоҡуғы, дәүләт телдәрен ҡулланыу даирәһе сикләнмәй, үҙгәрешһеҙ ҡала. Рус теленең статусын аныҡлау менән бергә милләттәрҙең бер-береһенә тиң, тигеҙ хоҡуҡлы булыуына тағы ла бер тапҡыр баҫым яһала.
69-сы статьяның 2-се пункты айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ. Ул илебеҙҙең мәҙәни күп төрлөлөгөн, күптеллелеген туранан-тура яҡлай, тимәк, Рәсәй халыҡтарының туған телдәре, мәҙәни байлыҡтары, ғөрөф-ғәҙәттәре күпкә юғары баһаға эйә булып китә, артабанғы үҫешкә этәргес ала».
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Конституция буйынса тауыш биреү 25 июндән башлана, 1 июль - төп һайлау көнө. Әйтеүҙәренсә, участкаларҙа санитар ҡағиҙәләрҙе үтәүгә әҙерлек көслө, сәләмәтлеккә хәүеф янамаясаҡ.