19 августан 23 августҡа тиклем булған бәйгелә «Аҡ барс», «Металлург», СКА һәм «Салауат Юлаев» клубтарының ҡатнашыуы көтөлә. Турнир донъялағы хәл-торошҡа ҡарап, бәлки көйәрмәнһеҙ уҙыуы ихтимал. Ә инде ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булһа, унда ла тулы трибунала уҙмаясаҡ.
Беренсе ярыш көндө юлаевсылар «Металлург» менән сәкәләшһә, иртәгәһенә – СКА һәм һуңғы осрашыуын майҙан хужалары менән үткәрәсәк. 23 августа иһә, беренсе һәм өсөнсө урын өсөн алышасаҡтар.