

Конституцияның 67-се статьяһына шундай өҫтәмә тәҡдим ителде:
«Российская Федерация, объединенная тысячелетней историей, сохраняя память предков, передавших нам идеалы и веру в Бога, [...] признает исторически сложившееся государственное единство».
Аллаһты (Бог) тәүгә шулай законда нығытасаҡтар. Беләһегеҙ, беҙҙең Президент та бик диндар кеше, уңайы сыҡҡан һайын ҡорамға бара. Аллаһтың барлығын, берлеген таныу яҡшы.
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса дини лидерҙар фекерҙәре менән таныштырабыҙ.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе (ЦДУМ), баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин:
«Конституция — дәүләт йәшәйешендәге мөһим фактор. Һуңғы 30 йылда ил тормошонда ныҡ үҙгәрештәр булды, шуға ла был төҙәтмәләрҙең булыуын ваҡыт үҙе талап итә. Мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты уларҙы хуплауын белдерә. Рухи хәүефһеҙлекте лә иҫәпкә алырға кәрәк. Диндәштәрҙе, ватандаштарҙы 1 июлдә Төп Законға үҙгәрештәрҙе хупларға саҡырабыҙ».
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин:
«Рәсәй һәр ваҡыт күп конфессиялы булды. Бөгөн дә был күсәгилешлелектең һаҡланыуы ҡыуандыра. Минеңсә, ул ыңғай үҙгәрештәргә килтерәсәк һәм милләт-ара татыулыҡты нығытасаҡ».
Өфө һәм Стәрлетамаҡ метрополиты Никон (тәржемәһеҙ):
«Бог объединяет не только православных, но и вообще всех верующих. Предлагаемые поправки крайне важны и востребованы обществом. Они наполняют новым смыслом действующие статьи нашей Конституции. Понять традиции и культуру до конца невозможно без веры в душе человеческой».
Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский (тәржемәһеҙ):
«Если сейчас появится единая юридическая база, в которой закреплено упоминание имени Бога, я думаю, что будет еще лучше. Нужно всегда двигаться только вперед».
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Фото: vk.com.