Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июня 2020, 06:10

Баш ҡалала торналар бейерлек урын буласаҡ

Кисә БР Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Орджоникидзе районында урынлашҡан «Дубки» скверын төҙөкләндереү эштәре менән танышты. Ҡалабыҙҙа тағы бер матур урын буласаҡ.

Скверҙа июль башында «Бейеүсе торналар» фонтаны асылыуы күҙаллана. Ошонда уҡ спорт һәм уйын майҙансыҡтары ла була. Был урын видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған.


Республика етәксеһе әйтеүенсә, «Дубки» халыҡҡа ял итеү өсөн заманса, уңайлы һәм матур биләмәләрҙе төҙөүгә комплекслы ҡараш өлгөһө буласаҡ.


Бындай төҙөлөштәр Рәсәйҙә Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнеп ғәмәлгә ашырылған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының маҡсаттарына ирешеү өсөн бара.


Фото: БР Башлығы сайтынан.

Читайте нас