Әйткәндәй, үткән йыл ошо мәлдә 6 мең 220 кешегә талпан ҡаҙалһа, быйыл бөжәк ҡаҙалыусылар һаны 7 меңдән ашыу. Уларҙың 2 мең 752 балалар. Бөжәктәрҙең әүҙемлеге көндәрҙең үтә йылы тороуы менән бәйле.
Белгестәр һаҡланыу сараларын үтәргә саҡыра. Урмандан ҡайтҡас, кейем-һалымды тикшерергә, талпан ҡаҙалған осраҡта, дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Талпанды үҙегеҙ тартып алһағыҙ уны быяла һауытҡа һалып һәм энцефалит-беррелиозға анализға бирергә кәрәк.