Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июня 2020, 17:25

Кирилл Кольцов хоккейҙан китергә уйламай

«Салауат Юлаев» командаһы составында Гагарин кубогын яулған Кирилл Кольцов Риганың «Динамо»һында уйнауы ихтимал.

Әлегә һөйләшеүҙәр бара. Сөнки клуб, үҙенә һаман баш тренер таба алмай.
37 йәшлек һаҡсы уҙған миҙгел сығыш яһамай ҡала. Ул һуңғы тапҡыр «Автомобилист» составында уйнап, улар составында туғыҙ ғына осрашыу уҙғара. Кольцов заманында юлаевсылар өсөн уйнағанда һаҡсы булараҡ 18 гол индерә һәм 30-нда уға булышлыҡ итә, һәм КХЛ һаҡсылары араһында рекорд ҡуя. Ғөмүмән, хоккейсы уңышлы ғына уйыны менән күптәрҙең һоҡланыуын яулай.
Фото:ТАСС
Читайте нас