Юл фажиғәһе 19 –сы июндә Йылайыр районында теркәлгән. 59 йәшлек ир «Т-40» трансорты менән идара итә алмай юлдан сығып китә. Трактор түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водителдең ейәне тән йәрәхәттәре алып дауаханаға оҙатыла. Ирҙең спиртлы эсемлек ҡулланыуы асыҡлана.