Байрам менән, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы ветерандары!
1980 йылдың 1 октябренән башлап, йыл да июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә медицина хеҙмәткәрҙәре көнө үткәрелә.Иң ауыр һәм иң кәрәкле, мөһим профессия эйәләрен байрам менән ҡотлайбыҙ! Бөгөнгө ябай булмаған ваҡытта һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең әһәмиәте йәмғиәтебеҙ алдында асыҡ күренде. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, тотороҡлолоҡ, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйбеҙ!⏬