Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июня 2020, 13:00

Ә БЫЙЫЛ "ҠОШ ЮЛЫ" БУЛАСАҠМЫ?

Яуабы - сайтта: ⏬

Буласаҡ! Һәр хәлдә, тик яшыға ғына өмөт итәбеҙ, һәм гитара моңон, шиғриәт сыңын яратыусыларҙы 31 июль, 1, 2 август Ҡыйғы районында үтәсәк фестивалгә саҡырабыҙ!
Кисә "Ҡош юлы"ның ойоштороусылары: хәрәкәттең етәксеһе Тимур Йосопов, Айгөл Ғәбитова, Рөстәм Миһранов Ҡыйғы районына "разведка"ға барып ҡайтты, район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко менән осрашты, "Ҡош юлы" үтәсәк яланды ҡараны (фотоларҙа) һәм бик ҡәнәғәт ҡалды. Шулай булмай ни, урындың матурлығы! Иркен ялан, тауы, ҡаяһы бар, эргәлә генә Әй йылғаһы аға.
Быларҙан тыш, ойоштороусылар Йыланлы ауылындағы Рафаэль Сафиндың музейында ла булды. Быйылғы фестиваль тап был шағирҙың ижадына арналасаҡ.
Әмәлгә ҡалғандай, кисә ҡыйғылар үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы - Әй фонтаны янындағы ҡарау майҙансығын асыуҙы туйлайҙар ине. "Ҡош юлы"нан музыкаль күстәнәс итеп, Тимур Йосопов гитарала йырлап та ишеттерҙе.
Форсаттан файҙаланып, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡатнашырға теләүселәр, һеҙ ай аҙағына тиклем гитарала йыр башҡарып төшкән видеояҙмағыҙҙы йәки 8-10 шиғырҙан торған ижади шәлкемегеҙҙе беҙгә ебәрә алаһығыҙ!
"Ҡош юлы"нда осрашҡанға тиклем!
Фото: Т.Аманов
Читайте нас