

Яңыраҡ ошо хаҡта, УЕФА ултырышында хәл итеп, урындары билдәләнде. Осрашыуҙар элекке һымаҡ ике уйындан түгел ә бер бәйгенән торасаҡ. Турнир 12 – 23 августа ҡаралған. Рәсәй клубтары ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көҙ үк төшөп ҡалып, береһе лә 1/8 финалға сыға алманы. Беҙҙекеләр күптән былай уҡ хәлгә ҡалғаны булмай. 2001 йылда ғына улар ошо уҡ тырмаға баҫҡайны… Хәҙер Рәсәй клубтары Европа командалары араһында күрһәткесен кәметеп, киләһе миҙгелдә алты команда урынына дүртте генә күрһәтә аласаҡ.
фото:ТАСС