

– Тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙә рус теле дәүләтте булдырыусы халыҡ теле булараҡ билдәләнгән. Шулай уҡ бында туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу хаҡында ла һүҙ бара. Иң мөһимдәренең береһе – тәрбиә программаһын әҙерләү кәрәклеге тураһында.
Ваҡытында мәктәптең белем биреүгә бәйле эшмәкәрлеге көсәйҙе, ә хәҙер, Конституцияға төҙәтмәләр менән беҙ тәрбиә хоҡуҡтарын кире ҡайтарабыҙ, белем биреү процесын тәрбиә менән бергә алып барыу нормаларын нығытабыҙ, – тине Әсәҙуллин үрҙә телгә алынған проект буйынса ултырышта.
Сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайты.
Фото: РИА-Новости.