

Был эш тәжрибә рәүешендә илдең дүрт төбәгендә барасаҡ. Россельхозбанк уҡыу программаһын тәҡдим итә. Проект БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты булышлығы менән ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Уҡыу бушлай. Бөтә сығымдарҙы банк үҙ өҫтөнә ала. Уҡырға килеүселәр ауылда йәшәргә һәм юғары йә урта һөнәри белемле булырға тейеш. Фермер булыуҙары йә ярҙамсы хужалыҡ тотоуҙары ла шарт.
Был программала ҡатнашырға теләүселәр konkyrsmcx@mail.ru адресы буйынса 12 июлгәсә малсылыҡ йүнәлештәренә (ит, һөт етештереү, эшкәртеү, сыр яһау) арналған эссе, видеоролик йәки презентация ебәрергә тейеш.
Беҙҙә фермерҙарға иғтибар бар. Уларҙың ауыл хужалығына индергән өлөшө арта. Беләһегеҙ Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү” милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Әлеге уҡыу проекты уның маҡсаттарына ирешеү өсөн ҡулай буласаҡ.
Фото: РФ Хөкүмәте сайтынан