Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июня 2020, 09:30

Маньяк ҡулға алынған

Санкт-Петербургта 21 йәшлек бер ҡыҙҙы көсләргә маташҡанда 34 йәшлек ир ҡулға алынған. Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсылары асыҡлауынса, ул Салауат ҡалаһынан булған.

Енәйәтсегә эшләнгән ДНК- тест Һамар һәм Владимир өлкәләрендә гүзәл зат вәкилдәрен көсләп, үлтереп йөрөгән маньяктыҡы менән тап килгән. Ир бер нисә мәртәбә Башҡортостандың һәм Свердлов өлкәһендәге психиатрия дауаханаларында ла дауаланып сыҡҡан булған.
Читайте нас