Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июня 2020, 09:50

Эшсенең алиментын күсермәһәң...

Стәрлетамаҡ районындағы предприятиеларҙың береһендә баш бухгалтерға 165 мең һум күләмендә штраф һалынған.

Ул суд ҡарарын үтәү маҡсатынан 11 эшсенең эш хаҡынан алимент аҡсаларын тотоп ҡалып, суд приставтары депозитына күсерергә тейеш булған. Бер нисә ай аҡсалар ваҡытында күсеп торған. Әммә һуңынан сумма кәмеп күсә башлаған һәм бөтөнләй туҡтаған. Асыҡланыуынса, бурыслыларға эш хаҡы ваҡытында түләнгән, алименттары тотолған , әммә ни сәбәптәндер, депозитҡа ебәрелмәгән. Һәр протокол өсөн баш бухгалтерға 15 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.
Фото:baikal24
Читайте нас