Ғалимдар тәжрибәләр үткәреп, 2-се типтағы шәкәр диабетынан гирудотерапияның бик һөҙөмтәле булыуын иҫбатлаған. Ә 1-се типтағы шәкәр диабетынан бындай терапия тәҡдим ителмәй.
Әлбиттә, һөлөк менән дауалау медицина препараттарын алмаштыра алмай, шунлыҡтан уны башҡа дауалау саралары менән бер рәттән ҡулланырға кәрәк. Ул ауырыуҙы тулыһынса бөтөрмәй, әммә сирле кешенең хәлен яҡшырта, өҙөклөгөүҙән һаҡлай.
2-се типтағы шәкәр диабетында һөлөк “тере энә” кеүек, түбәндәге процестарҙы ҡуҙғытып ебәрә:
Матдәләр алмашыныуын нормалләштерә; Туҡымаларҙың туҡланыуын яҡшырта; Ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә; “Зыянлы” холестеринды кәметә; Ҡан баҫымының күтәрелеүен тотҡарлай; Тромбтарҙы бөтөрә һәм яңылары барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймай; Ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеген тергеҙә; Үҙәк нервы системаһының эшмәкәрлеген яйға һала. Һөҙөмтәлә 2-се типтағы шәкәр диабеты менән ауырыусылар тәүге сеанстан һуң ике-өс көн үтеүгә дөйөм хәленең яҡшырыуын тоя: аппетиты күтәрелә, йоҡоһо яҡшыра, йәшәү көсө арта. Тулы курс үткәндән һуң, табиптар билдәләүенсә, күреү һәләте һиҙелерлек яҡшыра, шешенеү кәмей, аятарҙағы яралар төҙәлә. Шулай уҡ кәүҙә ауырлығының нормаға килеүе лә ыңғай һөҙөмтәләрҙең береһе.