Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июня 2020, 10:30

"Башфлаг"тан ике мең һумлыҡ сертификат отоу ярышы тураһында онотмағыҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - "Башфлаг" компанияһы "Йәшлек" гәзите менән берлектә репост ярышы иғлан итте. Шарттары бик ябай - улар менән https://vk.com/wall-35065816_67101 һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин. Ике мең һумлыҡ сертификатты уйнатыу 3 июлгә тиклем дауам итәсәк. Репост яһарға ашығығыҙ!

Белешмә:
"Башфлаг" компанияһы Рәсәй баҙарында бер тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләп килә. Флаг, герб, вымпел һәм төрлө ҙурлыҡтағы флагштоктарҙан алып туҡымаға, кейемгә, футболка - бейсболкаларға төрлө логотип, символика - һүрәттәрҙе сублимация методы менән баҫыу, шулай уҡ сувенир продукцияһын етештереү менән шөғөлләнә. Компания күбеһенсә ойошма-учреждениелар менән хеҙмәттәшлек итһә, һуңғы йылдарҙа етештерелгән продукция халыҡ араһында ла ҙур һорау менән файҙалана. Айырыуса юбилей –туйҙарға, төрлө байрам сараһына эксклюзив бүләктәр эҙләүселәр үҙҙәренең зауыҡтарын нәҡ "Башфлаг"та ҡәнәғәтләндерә лә инде. Инстаграмда @bashflag

Фото: Т.Аманов
Читайте нас