Кисә Владимир Путин Бразилия Президенты Жаир Болсонаро менән телефон аша һөйләште. Етәкселәр башта пандемия шарттарында йәшәү, эшләү, уға ҡаршы көрәшеү тураһында фекер алышты. Унан һуң һүҙ ике яҡлы хеҙмәттәшлек хаҡында дауам итте.
Беҙ Бразилия менән энергетика, ауыл хужалығы, хатта йыһан тармағында хеҙмәттәшлекте үҫтерә алабыҙ. Был дәүләт БРИКС ойошмаһы буйынса ла беҙҙең партнер.
Бразилия лидерынан һуң Путинға Сербия Президенты Александр Вучич шылтыратты. Бында ла һүҙ пандемия темаһынан башланып, башҡа сәйәси хәл-торошҡа байҡау яһау менән тамамланды.
Сербия башлығы беҙгә, йәғни Мәскәүгә, Еңеү парадына киләсәген белдерҙе.
Байрамдан алда Президентҡа Иордания, Вьетнам лидерҙары ла шылтыратҡайны. Дуҫтар һәм партнерҙар күп булғас, күңелле.
Фото: Кремлин.ру