Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы уҡыусыларҙың йыллыҡ билдәләре йомғаҡтары буйынса уҙғарыла һәм ул 9-сы һәм 11-се кластарҙа аттестат тапшырыу өсөн нигеҙ булып тора. Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона инергә йыйынғандар ғына тапшыра. Уҡыусы БДИ тапшырмаһа ла, гел яҡшы билдәләренә уҡыған өсөн “ Уҡыуҙағы уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнәсәк.