БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Халыҡ контроле"нең төбәк кураторы Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендәге активистар төрлө урында рейдта йыш була. Был юлы улар Ҡырмыҫҡалы районында. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы социаль селтәрҙәрҙә шулай тип хәбәр итә.
Ҡырмыҫҡалы районындағы Зәңгәр күлдә үткән аҙналағы тикшереүҙәрҙә күп кешенең бер ниндәй һаҡланыу талаптарын үтәмәүе күренгән. Шуға әле активистар район хакимиәте вәкилдәре, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре менән берлектә тағы рейдҡа сыҡты.
Ял итеүселәр байтаҡ. Уларға аңлатыу эштәре алып барылды. Шулай уҡ биләмәне төҙөкләндереү мәсьәләһе күтәрелде.
Фото: vk.com (Гөлнур Ҡолһаринаның шәхси сәхифәһенән).