Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июня 2020, 05:45

Рәсәйҙән көслөләр юҡ?..

Испанияның «Marca» изданиеһы уҙған быуаттың иң көслө 100 ир-ат спортсының исемлеген теркәне.

Унда АҠШ-тың һыуҙа йөҙөүсеһе, Олимпия уйындарының 23 тапҡыр чемпионы, 26 тапҡыр донъя беренселеге еңеүсеһе Майкл Фелпс иң күп тауыш йыйып, беренсе урынға сыҡты. Икенсе урынды Ямайка йүгереүсеһе. 8 тапҡыр олимпия уйындары чемпионы билдәле Усэйн Болт яулаһа, өсөнсө булып Швейцария тенниссыһы. 20 тапҡыр «Ҙур шлем» еңеүсеһе Роджер Федерер танылды. Тәүге ун исемлегенә футболсыларҙан Криштиану Роналду менән Лионель Месси ҙа ингән. 77-се баҫҡыста Ҡаҙағстан бокссыһы Геннадий Головкин менән 98-се лә Украинанан Владимир Кличко урын алып, көслөләр исемлегендә бар. Ә бына Бөйөк Рәсәйҙән берәүгә лә урын табылмаған…
Фото:ТАСС
Читайте нас