Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июня 2020, 02:19

«Юлдаш»ҡа күңелемдә бөтмәҫ рәхмәт йәшәй

Хыялым кескенәнән театр ине. Уға килеү юлдары бик ҡыйын да, урау ҙа буласағын аңлап, 8-се класты гел «бишле»гә тамамлап, музыка педагогия училищеһына юлландым. Музыка уҡытыусыһы, балалар баҡсаһында музыка етәксеһе, музыка мәктәбе директоры булып эшләгән йылдарымда ла театрға булған һөйөүем кәмемәне. Ауырғазы халыҡ театрына эштән һуң йүгергеләнем, бик күп йырлы, төп ролде уйнап, күп тапҡыр республика конкурстарында лауреат булып, бер юлы ғаилә мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәү­ҙәрем менән үрелеп барҙы. Башҡорт дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инеү йәшлегемдә тормошҡа ашып бөт­мәгән хыялдарыма кире ҡайтарҙы. 1991 йылда Өфөгә күсенеп килдем.


Иҫ китерлек ишектәр асылды минең алда. Бер нисә йылдан һуң "Радио–2"-гә эшкә саҡырҙылар. Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә беҙҙе тыңлайҙар, халыҡ менән радио араһында һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бәйләнеш барлыҡҡа килде. Бала саҡтан театр тип, хыялдарымдың мөлдөрәмә тулы диңгеҙендә сумып, йырлап эшләнем. Бәхетемдең иң ҙуры – радиолағы коллективымдың иҫ киткес яҡшы күңелле, үҙ эшенең оҫталары, бар яҡлап һәләтле булған хеҙмәттәштәрем. Һәр һүҙебеҙ, һәр сығарылыш өсөн яуаплы ҡарашта булған, эш барышы, ҡуйылышы өсөн кәрәкле шарттарҙы тыуҙы­рыусы етәкселәремдән икәне көн кеүек асыҡ. "Радио – 2" "Юлдаш"ҡа әйләнеп киткәс тә берҙәм көс менән, тағы ла киңерәк даирәләргә танылып, гөрләтеп эшләнек. Атай­ҙарса ҡайғыртып, илата-илата эшкә өйрәткән Рәмис Рәжәп улы Дәү­ләтбаевҡа, Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәровтарға, шәхси донъя­быҙға ла битараф булмаған, кәңәштәре менән терәк, таяныс булған, кәрәк саҡта тәнҡит менән, кәрәктә маҡтап күңелде үҫтерә белгән, бәләкәй генә һәләтебеҙҙе күрә белеүсе баш мөхәрриребеҙ Тәнзилә Абдулла ҡыҙына, етәксебеҙ Миләүшә Ҡасим ҡыҙына рәхмәт­тәрем ҙур тиһәм, был әле бер ни әйтелмәгән тигән һүҙ. Бер бүлмәлә нисә йылдар бергә эшләп, бер-беребеҙгә туған булып бөткән коллегаларым Нурия Абдуллина, Ләйсән Сәйфетдин кеүек ҡыҙҙар тураһында йөрәгемдә иң йылы хәтирәләр йәшәй. Айырым һөй­ләргә ваҡыт булһа, һәр бер хеҙ­мәттәшем тураһында әллә күпме йылы һүҙ әйтергә булыр ине. Радио йәшәргә өйрәтеүсем, йырҙарыма илһам биреүсем, тормош тәж­рибәһе тупларға оло ярҙамсым да булды. Халыҡтарыбыҙ телгә, моңға һыуһап, "Юлдаш"ҡа мөкиббән бу­лып, беҙ һөйләгәндә ҡоймаҡтарын көйҙөрөп, һөттәрен таштырып ғүмер итте. Радио – минең өсөн киң даирәгә танылыуымды булдырған ожмахтарға тиң урын. Матур итеп эшләп хаҡлы ялдарға китеү – ҙур ғорурлыҡ. Рәхмәт "Юлдаш"ыма! Рәхмәт яҙмышыма! Туған радиомды юбилейы менән ихлас ҡотлайым. Эфирҙағы тауышың һис ҡасан өҙөлмәһен! "Юлдаш" өсөн ижад иткән гимн һүҙҙәремде күңелдә яратып: "Рәхмәт һиңә, «Юл­даш»ым!" – тип өндәшәм. "Юл­даш"тың кешелек өсөн шаулап эшләп ултырыуында минең дә өлөшөм барына ҡыуанып, һөйөнөп йәшәйем!
Фото: Т,Аманов


Читайте нас