Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июня 2020, 13:45

Ике йорт зыян күрә

Йәйге эҫелә һәм көндәр ҡоро торғанда янғын сығыу хәүефе үтә көслө.

Бер нисә көн элек Белорет районының Сәрмән ауылында ла ҡурҡыныс янғын була. Күҙ асып йомғансы ут күрше йорттарҙы һәм бер мунсаны ялмап ала. Кешеләр бер әйберен дә сығарып өлгөрмәй, үҙҙәре бер ҡат йоҡа кейемдә генә тороп ҡала. Һарайҙағы быҙауҙар, ҡош-ҡорт, бәйле торған эттәр тереләй янып үлә. Янғын шул тиклем көслө була, юл аша ағастарҙың ботаҡтарына күсә. Ҡурҡыныс хәл. Һаҡ булайыҡ, үҙегеҙҙе һәм күршеләрегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.
Читайте нас