Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2020, 14:55

Гөлнур Ҡолһарина: Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү үтмәне әле, ә унда яҙылған гарантиялар ғәмәлгә ашырыла ла башланы

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһаринаның Конституция буйынса фекере:

«Уйлаһаң, бында бер ниндәй ҙә феномен юҡ. Владимир Путиндың 20 йыллыҡ хеҙмәте һәм уның етәкселегендәге ил үҫеше үҙ емештәрен бирә.

Бөгөн бизнесҡа һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү Конституцияла хеҙмәт кешеһе хоҡуҡтарын нығытыусы тәҡдимдәрҙе сағылдыра.

Ғаиләләргә балалар аҡсаһы түләү дәүләттең йәш быуынды хәстәрләүен күрһәтә.

Һаулыҡ һаҡлау системаһының вирусҡа ҡаршы уңышлы көрәшеүе, медицина ярҙамының һәр кемгә барып етәсәге хаҡында һөйләй...

Конституцияға төҙәтмәләр әле үк беҙҙең тормошҡа килеп инде. Тауыш биреү үтмәһә лә, төҙәтмәләргә ярашлы үҙгәрештәр ғәмәлдә.

Тауыш биреү көнө Рәсәй граждандарының һаулығын уйлап, үҙгәртелде. Президент та, кеше һаулығынан да мөһимерәк нәмә юҡ, тип белдерҙе.

Үткән аҙнала РФ Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау участкаларында буласаҡ санитар стандарттарҙы раҫланы. Эксперттар әйтеүенсә, тауыш биреүгә килеү магазинға барыуға ҡарағанда ла хәүефһеҙерәк буласаҡ.

Әйткәндәй, тауыш биреү 1 июлгә тиклем алты көн алдан башланасағы ла ҡарала».

Фото: vk.com

Читайте нас в