Әле ул план эшләнә. Бик ҙур маҡсаттар ҡуйыласаҡ. “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса ла үҙгәрештәр буласаҡ.
Владимир Путин мәҙәниәттең беҙҙең тормоштағы төп тармаҡтарҙың береһенә инүен билдәләне.
Президент менән видеоконференция аша һөйләшеүгә бик күп мәҙәниәт учреждениеһы, ижади коллектив етәкселеге ҡушылғайны. Ил башлығы уларҙың фекерен, тәҡдимен, теләген тыңлағандан һуң, ысынлап та, мәҙәниәткә ярҙам мотлаҡ кәрәген яҡшы аңланы. Ни тиһәң дә, коронавирус таралыу арҡаһындағы карантинда театр, музей, концерт залдары һ.б. ябылып, был тармаҡ килем эшләй алманы.
– Мин баш санитар табипҡа, медиктарға һорау менән үтенәм, ошо мәсьәләне лә бергә ҡарайыҡ: сәнғәт, мәҙәниәт әһелдәре үҙҙәренең квалификацияһын юғалмаһын өсөн нимә эшләргә мөмкин? Мәҫәлән, музыканттар, йырсылар өйҙә күнекмә үткәрә ала, ә балет – юҡ. Бәлки, улар эшләй алһын өсөн ниндәйҙер башҡа форма табырға булалыр, – тине Владимир Путин. – Бөгөнгө һөйләшеү темаһы буйынса тәҡдимдәр мотлаҡ ҡараласаҡ һәм улар мәҙәниәт тармағын үҫтереү ҡарарҙарына индереләсәк. Вәғәҙә.
Бына шулай, пандемияла бизнес һәм сауҙа, туризм ғына зыян күрмәне ул, мәҙәниәт тә арыу ғына юғалтты. Путин әйтеүенсә, был тармаҡ онотолмаясаҡ.
Фото: Кремлин.ру.