

- Беҙ был тәңгәлдә бер кемдә лә шикләнеү булмаһын өсөн тырышасаҡбыҙ. Һаулыҡҡа ҡурҡыныс янамаясаҡ, тип тулы ышаныс менән әйтә алам, - тигән комиссия рәйесе.
Башҡортостанда тауыш биреүгә әҙерлек әүҙем бара. Сараның мөһимлеген белдереп, төрлө эксперттарҙың фекерҙәре лә баҫыла.
БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, танылған журналист Рәсүл Сәғитов та был әһәмиәтле саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра:
- Һайлау, референдум кеүек сараларҙан ситтә ҡалыу дөрөҫ түгел. Һуңынан ризаһыҙлыҡ белдергәнсе, һайлауға барып, тауыш биреп, шуның менән үҙ фекереңде күрһәтеү мотлаҡ. Әлеге кампания Президент тарафынан иғлан ителгәндә үк уның һайлаусы нисек ҡарар итә, шулай булырын белдергәйнеләр. Шуға ла һайлау участкаһына барып: "Рәсәй Федерацияһының Конституцияһын хуплайһығыҙмы?" тигән һорауға яуап биреүҙе үҙемдең бурысым итеп һанайым... Был тауыш биреү беҙҙә тәүгә бер көндә генә үтмәй, ә бер нисә көнгә һуҙыла. Был кешегә күберәк мөмкинлек бирә. Унан килеп, Конституция яңынан яҙылмай, ә төҙәтмәләр генә индерелә, төп положениелары элеккесә ҡала.
Сығанаҡ: БР Йәмәғәт Палатаһы.
Фото: ТАСС.