Рэкет төркөм менән 24 йәшлек спортсы етәкселек иткән. Улар ҡатнаш алыш төрҙәре менән шөғөлләнгән. Кеше талаусыларҙың ҡаланың спорт залында йыйылып, буласаҡ енәйәттәре буйынса план ҡороуҙары асыҡлаған.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, урындағы эшҡыуарҙың береһенән улар медицина ҡоролмаһын тартып алған. Артабан уны ҙур суммаға кире хужаһына ҡайтарған. Шулай уҡ суд ҡарары нигеҙендә 4 миллион һум бурысы ҡайтарылған эшҡыуарҙың өйөнә үтеп инеп, йәнәһе лә бурыслы исеменән аҡса таптырған. Уны йәрәхәтләп, ҡала ситенә сығарып ғүмерен ҡыйыу менән ҡурҡытҡан.
Ғәйепләнеүселәрҙе тентеү барышында – патрон, бысаҡ, шартлатҡыслы граната һәм бурыс распискалары, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ҡайһы бер кешеләрҙең күсемһеҙ мөлкәтенә документтары табылған. Әле енәйәт ҡылыусыларҙы һаҡ аҫтына алғандар, тикшереү дауам итә.