Объектты рекорд ваҡытта төҙөүселәрҙе тәбрикләүҙә БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин һәм уның беренсе урынбаҫары Рәмзил Күсәрбаев ҡатнашты.
«Һеҙ барығыҙ ҙа беҙҙең республика өсөн үтә мөһим объектты булдырыуҙа ҡатнаштығыҙ. Беҙҙең алда заманса дауахананы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөү бурысы торҙо. Уны 55 көн эсендә башҡарҙыҡ һәм эшегеҙ ике бишлегә лайыҡлы, — тине Марат Әхмәҙуллин.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының Маҡтау грамотаһына проектты атҡарыуҙа әүҙемлек күрһәткән 37 кеше лайыҡ булды.