Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июня 2020, 11:00

Дүрт айлыҡ сабыйҙарҙың береһе аслыҡтан үлгән

Май аҙағынан алып, 4-се июнгә тиклем йәш атай-әсәй дүрт айлыҡ балаларын ашатмаған.

Улар спиртлы эсемлек менән мауыҡҡан һәм балаларын ҡарамаған. Һөҙөмтәлә, сабыйҙарҙың береһе дауаханала үлгән. Был аяныс хәл Камчаткала булған, тип хәбәр итә “РИА Новости”
1997 йылғы әсәй һәм 1985 йылғы атай кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереүселәр фаразы буйынса, улар балаларын дүрт көн дауамында ашатмаған, ҡарамаған, аҫтарын да алмаштырмаған.
Сабыйҙарҙы ауыр хәлдә дауаханаға алып килгәндәр. Тик малайҙың ғүмере реанимацияла өҙөлгән. Ҡыҙ бала һауығып килә, тип хәбәр иткәндәр табиптар.

Фото: Т. Аманов
Читайте нас