Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июня 2020, 06:45

Иғтибар! Салауат районында бала юғалған!

Ете йәшлек Ренель Ғәниев кисә, 5 июндә өйөнән сығып киткән һәм ғәйеп булған. Бының турала "Лиза Алерт - Башҡортостан" эҙләү отряды хәбәр итә. ⏬


Бөгөн иртәнге сәғәт 5-тә биш экипаж төҙөлгән, уларҙың икәүһе малай йәшәгән Урмантау ауылына юлланған. Дауаханаларға һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларға шылтыратып эҙләү башланған. Ирекмәндәр ярҙамы кәрәк.
Малайҙың билдәләре: буйы 110 см, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре аҡһыл-һоро, зәңгәр күҙле.

Кейеме: күк кофта, ҡара-күк шортылар, һөт төҫөндәге сандалиҙар.

Бала һөйләшә алмай.
Юғалған баланы күреүселәр булһа, 112 телефонына йәки 88007005452 "ҡыҙыу" линияға шылтыратып әйтегеҙ.
Фото: Т.Аманов



Читайте нас