Барлыҡ заман талаптарына яуап биргән мәктәпкәсә учреждениеларҙа проект буйынса физкультура һәм спорт залдары, логопед, психолог, музыка кабинеттары булдырыла. Социаль объекттар “Демография” милли проекты сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә. Республикала 24 балалар баҡсаһы төҙөлә, уларҙы йыл аҙағына тиклем тапшырыу бурысы ҡуйылған.