Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июня 2020, 13:35

Башҡортостанда сауҙа үҙәктәрендә йөрөү ҡағиҙәләре индерелде

Уларҙы үтәү мотлаҡ. Әгәр ҙә тыңламаһалар - һатыу урынын ябасаҡтар йәки штраф һаласаҡтар. Сайтта: ⏬


- Көн һайын сауҙа үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең температураһын үлсәйҙәр. Әгәр ул 37,2 градустан юғары һәм ОРВИ билдәләре булһа, эшләү тыйыла.

- Килгән кешеләрҙең дә температураһын үлсәйҙәр.

- Ингән урында дезинфекция саралары булырға тейеш.

- Компания прокат менән шөғөлләнһә, инвентарҙы һәр клиент алдынан һәм унан һуң таҙартырға кәрәк.

- Кейем-һалымды кейеп ҡарарға ярамай.

- Аҙыҡ-түлекте тәмләп ҡарау тыйыла.

- Һәр 20 квадрат метр урынға бер кешене генә индерергә рөхсәт ителә.
Был ҡағиҙәләр сауҙа үҙәктәренә генә түгел, ә барлыҡ һатыу нөктәләренә, автосервистарға, прокат үҙәктәренә, кер йыйыу йорттарына ҡағыла.
Фото: Т.Аманов



Читайте нас