Ошо көндәрҙә М-7 трассаһында Татарстандың Минзәлә районында Башҡортостанға ата-әсәһенең янына “Лада Гранта” автомобилендә ҡайтып барғанда 23 йәшлек ҡыҙ һәләкәткә осраған. Уның юлына ҡапыл ҡабан сусҡаһы килеп сыҡҡан. Руль артында шәп тиҙлек менән барғанмы, әллә тәжрибә етмәгәнме, автомобиль хайуанға бәрелгәс, юлдан ситкә төшөп киткән. Ҡыҙ ауыр яраларынан йән биргән. Студентка Ҡазан технология университетында уҡып йөрөгән.