Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июнь 2020, 10:40

Владимир Путин еңел сәнәғәтте күтәрергә ҡушты

Президент еңел сәнәғәт тармағындағы хәл-торошҡа арналған видеокәңәшмә үткәрҙе. Яуаплы етәкселеәргә күп кенә бурыстар ҡуйылды. Тимәк, хәҙер сифатһыҙ ҡытай тауары урынына үҙебеҙҙекен ҡуллана аласаҡбыҙ.

- Еңел сәнәғәт беҙҙең ил тормошонда айырым урын биләй, - тине Владимир Путин. - Туҡыма, тегелгән тауар, аяҡ кейемдәре етештереүселәрҙең тотороҡло эше беҙҙе сифатлы продукция менән тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай. Күрҙегеҙ, пандемия осоронда Рәсәй компаниялары һаҡланыу костюмдары, битлектәр, бирсәткәләр тегеү күләмен тиҙ арала арттыра алды.

Президент тармаҡҡа ярҙам күрһәтеү, уны үҫтереү сараларына ла туҡталды. Әйткәндәй, беҙҙең еңел сәнәғәттә 300 мең самаһы кеше эшләй. Уларҙың һанын һаҡлап ҡалыу, яңы эш урындары булдырыу ҙа шарт.

Ил башлығы Хөкүмәткә еңел сәнәғәт предприятиеларына лизингҡа ҡорамалдар алыуҙы тәьмин итергә ҡушты. Бында субсидиялау ҡорамалдарҙың 50 процент күләмендә булыуы һорала. Ә кредиттарҙы субсидиялау өсөн йыл һайын бер миллиард һум тотоноу ҡарала.

Путин белдереүенсә, беҙҙә быйылдан башлап етен әйберҙәр етештереүгә булышлыҡ итеү буйынса биш йылға комплекслы план ғәмәлгә ашырыла. Етен тауарҙар сығарыуҙы киңәйтеү импортты алмаштырыуҙа ла мөһим.

Хөкүмәткә тағы ла шул ҡушылды: дәүләт органдарында һатып алыуҙар ойошторғанда үҙебеҙҙең еңел сәнәғәт тауарҙарына өҫтөнлөк бирергә.

Фото: Кремлин.ру.

Читайте нас: