Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июня 2020, 05:55

Милли проект: Интернетҡа тоташтырыу әүҙем бара

Башҡортостанда 282 социаль объектҡа интернет үткәрелгән. Шуларҙың 126-һы – мәктәптәр.

Тағы ла был иҫәптә 111 ФАП, 38 ауыл хакимиәте бинаһы һәм ете МЧС бүлексәһе бар.

Эштәр “Цифрлы иҡтисад” милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса әҙерләнгән “Мәғлүмәт инфраструктураһы” проектына ярашлы башҡарылған.

Башҡортостандың цифрлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, был йәһәттән эш план буйынса бара, эпидемиологик хәл-торош бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай.

Милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙа дәүләттең партнеры - «Башинформсвязь» йәмғиәте. Компания белгестәре 28 районда һәм Күмертау, Октябрьский, Сибай ҡалаларында социаль объекттарға тиклем оптика-сүс селтәрҙәре һуҙған. Хәҙер интернетҡа тоташыу тиҙлеге, ойошмаға ҡарап, секундына 10 йә 100 Мбит тәшкил итә.

Фото: vk.com.

Читайте нас