Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июня 2020, 08:20

Аслыҡ иғлан иткәндәр

Баш ҡаланың Шота Руставели урамындағы 5-се йортта йәшәүселәр уларҙың ихатаһы янында небоскреб төҙөүгә ҡаршы аслыҡ иғлан иткән.

Октябрь проспекты менән Руставели урамы киҫелешендә 34 ҡатлы йортто (“Друзья Соседи” торлаҡ комплексы) ПСК-6 төҙөлөш компанияһы һала.
Төҙөлөш торлаҡ йортҡа бик яҡын бара, ҡайһы бер өйҙәрҙең стенаһы сатнай башлаған.
Ошо аҙнала халыҡ менән Өфө ҡалаһы, Орджоникизде районы хакимиәттәре, проект компанияһы, төҙөүсе ойошма вәкилдәре осрашып, барлыҡ эш законға ярашлы барғанын аңлатырға тырышты.
Әммә, проблеманы хәл итмәйенсә, аслыҡты туҡтатмайбыҙ, ти бында йәшәүселәр. Ҡаршылыҡтар былтырҙан дауам итә икән.
Әлбиттә, яңы йорттоң ҡалҡып сығыуы яҡшы күренеш, тик ул күршеләренә зыян итергә тейешме ни?
Фото:"Башинформ".
Читайте нас