Был хәл күрше Татарстан республикаһында булған. Ҡазанда саҡырыу менән килгән “Тиҙ ярҙам” фельдшерының асфальтта ятҡан ирҙе аяғы менән типкеләп аңына килтерергә тырышыуын берәү видеоға төшөргән һәм социаль селтәргә һалған.
Фельдшер ирҙе аңына килтергәндән һуң, полиция саҡыртҡан һәм уны машинаға ултыртып алып киткәндәр.
Ерҙә ятҡан ир иҫерек булғанға оҡшаған. Ваҡиға 1 июндә видеоға төшөрөлгән. Әлеге хәл буйынса прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү эшен башлаған.