

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Әле парламенттың рәсми сайтында: gsrb.ru, “Обсуждение законопроектов” бүлегендә) фекер алышыу ҡыҙыу ғына бара. Ул 17 июнгәсә дауам итә. Шуның һөҙөмтәһендә ҡарарҙы көҙ сығарырға ниәтләйҙәр.
Закон сыҡһа, көндөҙгө сәғәт 1 менән 3 (13.00-15.00) араһында шаулап йөрөүселәргә, ремонт яһаусыларға штраф та һалыуҙары мөмкин. Улар түбәндәгесә күҙалланған: граждандар өсөн – 1000-–2000, вазифалы кешеләргә – 3000–5000, юридик шәхестәргә 10 – 15 мең һум.
Фото: Автор фотоһы.